Башҡорт теле көнө
Декабрь 14, 2022
Просмотров: 244
Бөгөн балалар баҡсаһында Башҡорт теле көнө үтте. Башҡорт теле - ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән. Башҡорт теле көнө башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арналған. Бөгөн балалар башҡорт әкиәттәре, легендалары менән таныштылар, фәһемле әңгәмәләрзэ ҡатнаштылар, ҡыҫҡа метражлы башҡортса йәнһүрәттәр ҡаранылар, халыҡ уйындары уйнанылар. Ата- әсәләр тел, белем, дуҫлыҡ тураһында мәҡәлдәр һөйләнеләр, хеҙмәткәрҙәр флеш-мобтарза ҡатнаштылар.
Башҡорт теленә булған иғтибар һәм хөрмәт тағы ла нығыр тигән ышаныстабыҙ!